Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 01:05

Таҙалыҡ көндәре ойоштороласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостанда муниципалитет биләмәләренең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу өсөн Таҙалыҡ көндәре ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостанда муниципалитет биләмәләренең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу өсөн Таҙалыҡ көндәре ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Район һәм ҡала хакимиәттәренә кәмендә айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәрен ойошторорға тәҡдим ителә. Предприятиелар, ойошмалар ҡатнашлығында ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы һәм башҡа биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм таҙартыу бурысы ҡуйыла.
Махсуслашҡан ойошмалар юл буйҙарындағы ауған ағастарҙы, сүп-сарҙы йыйып алырға тейеш.
Йыл һайын 1 апрелгә тиклем муниципалитеттар Таҙалыҡ көндәрен уҙғарыу буйынса саралар планын ҡабул итергә һәм Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тапшырырға бурыслы.
Радий Хәбиров хөкүмәттәге кәңәшмәлә Учалы һәм Әлшәй райондарының тәжрибәһен тотош республикаға таратырға кәрәклеген белдерҙе. Был райондарҙа һәр предприятие үҙҙәренә беркетелгән биләмәне йыйыштырыу өсөн бер сәғәткә кешеләр бүлә икән.
Тәүге таҙалыҡ көндәре киләһе аҙнала, йәғни 18 марттан 20-һенә тиклем барасаҡ. Әле тирә-яҡты ҡарҙан таҙартыу бурысы тора, 16 марттан санитар йыйыштырыу һәм биләмәләрҙе йәшелләндереү башлана.
Зауыҡлы биләмәләр йылы барышында бөтәһе өс дөйөм республика өмәһен 18 апрелдә, 4 июлдә һәм 3 октябрҙә ойоштороу, шулай уҡ 16 Таҙалыҡ көнөн, ике «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика акцияһын һәм 2 майҙа Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө үткәреү планлаштырыла.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: