Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март 2020, 14:10

Балалар дауаханаларына заманса ҡорамалдар бирелә

Республика дауаханаларына “Аксион” тип аталған биш заманса дефибриллятор алынған

Республика дауаханаларына “Аксион” тип аталған биш заманса дефибриллятор алынған. Уларҙың дүртәүһе Өфө ҡалаһындағы 3-сө балалар поликлиникаһына, берәүһе Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар дауаханаһына тапшырылған.
Был ҡорамалдар менән медицина учреждениелары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тәьмин ителә.
Әлеге ваҡытта яңы аппаратта эшләү буйынса табиптар күнекмәләр үтә.
“Аксион” дефибрилляторы үҙаллы автоматик тикшереү, приборҙың эш барышын һәм операторҙың эшмәкәрлеген тауыш ярҙамында әйтеп барыу мөмкинлегенә эйә. Белгестәр уның бик күп заманса мөмкинлектәрен билдәләй.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының
матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса.
Читайте нас: