Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 23:50

Иҫкәртеү системаһы үҙгәртелә

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫкәртеү системаһын үҙгәртеп ҡорорға ниәтләй. Был “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттарына ярашлы башҡарыла.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫкәртеү системаһын үҙгәртеп ҡорорға ниәтләй. Был “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттарына ярашлы башҡарыла.
Йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, эндокрин системаһы һәм башҡа йоғошло булмаған хроник сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау киләсәктә өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Яңы система алты йыл эсендә иҫкәртеү саралары менән йыл һайын 70 проценттан ашыу халыҡты солғаясаҡ тип көтөлә.
Хроник сирҙе асыҡлағанда уның ғүмер өсөн хәүеф тыуҙырмауы билдәле булһа, был хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешеләр араһындағы үлем осраҡтарын кәметеүгә ҙур өлөш индерәсәк, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология сирҙәренән күпләп вафат булыуҙы туҡтатасаҡ.
Был ысул менән ир-ат араһындағы үлем осраҡтарын кәметергә теләйҙәр.
Рәсәйҙә үлем күрһәткестәре ике тапҡырға юғары. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко әйтеүенсә, ирҙәрҙең үлем осраҡтары 18 йәштән арта башлай, ә 35-40 йәштәрҙә иң юғары нөктәһенә етә. Был осорҙа ирҙәр һәм ҡатындар араһындағы үлем айырмаһы ике тапҡырға арта.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының
матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса.
Читайте нас: