Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә 2 марттан башлап VI Бөтә донъя фольклориадаһына бағышлап фольклориадаһын үткәрә. Ул 2020 йылдың 29 майына тиклем дауам итәсәк.
Был сараның маҡсаты булып үҫеп килгән быуынды халыҡ йолаларына йәлеп итеү, донъя халыҡтарының мәҙәниәтенә һәм тарихына хөрмәтле ҡараш тәрбиәләү тора.
Мәктәп фольклориадаһы барышында «Аутентик йыр фольклоры», «Фольклор бейеүе», «Йолалар, уйындар, әйлән-бәйлән», «Халыҡтар дуҫлығы», «Донъяла тыныслыҡ» конкурстары үтә.
«Донъя халыҡтарының милли кейемдәре» һәм «Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары» фотокүргәҙмәләре, «Оҫталар ҡалаһы» биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре, сәхнәлә донъя халыҡтары мәҙәниәте менән таныштырыу, донъя халыҡтары тураһында мәғлүмәт гәзиттәре сығарыу, түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, фильмдар ҡарау ойошторола.
Фольклориадала дөйөм белем биреү мәктәптәре, өҫтәлмә белелм биреү ойошмалары, сәнғәт ойошмалары уҡыусылары ҡатнаша ала.
Сара өс этапта үтә: мартта мәктәптәрҙә, апрелдә муниципаль этап һәм майҙа республика этабы. Ул Өфөлә гала-концерт менән тамамланасаҡ.
Башҡортостандың белем биреү учреждениеларының күбеһендә Мәктәп фольклориадаһы ҡыҫаларында саралар ойоштороу буйынса эштәр алып барыла.
Иң яҡшы коллективтар республика этабында сығыш яһарға һайлап алынасаҡ.
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.