Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2020, 16:45

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ интернет айлығы» старт алды

2 мартта Башҡортостан Республикаһы территорияһында «Хәүефһеҙ интернет айлығы» башланды

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ интернет айлығы» старт алды
2 мартта Башҡортостан Республикаһы территорияһында «Хәүефһеҙ интернет айлығы» башланды
Төбәк мәктәптәрендә төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн виртуаль киңлекте хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләрен өйрәтеү дәрестәре ойошторола.
«Хәүефһеҙ интернет айлығы»на рәсми старт «Юғары ос!» белем биреү форумында бирелде. Милли үҙәк эксперттары «Хәүефһеҙ интернет» интерактив сессияһында был акцияның бурыстары һәм мәсьәләләре тураһында ентекле аңлатма бирҙеләр. Шулай уҡ унда педагогтар һәм ата-әсәләр өсөн «Нисек интернетты хәүефһеҙ итергә» тигән оҫталыҡ дәресе үткәрелде.
Был айлыҡ тураһында Старт «Месяца безопасного интернета» в Башкортостане прокомментировала Председатель Попечительского Совета Национального центра Елена Мильская.
«Беҙ балаларҙы хәүефһеҙлектең ябай ҡағиҙәләренә өйрәтәбеҙ: ҡыҙыл утҡа юл аша сығырға ярамауын, сит кешегә эйәреп китергә түгеллеген аңлатабыҙ. Интернетты ҡулланғанда ла шундай уҡ ҡағиҙәләр булырға тейеш. Хәүефһеҙ интернет дәрестәре ҡасан да булһа мәктәп программаһына инергә тейеш, тип иҫәпләйем. Быйыл был акция Башҡортостандан тыш Хабаров өлкәһендә, Сахалинда һәм Рәсәйҙең тағы ла бер нисә төбәгендә үткәрелә», - тине Милли үҙәк белгесе Елена Мильская.
Өфө ҡалаһы мәктәп-гимназияларында беренсе дәрестәр үтте лә инде. Эксперттар интернет янаған хәүеф, виртуаль селтәрҙәге төрлө алдаҡсы схемалар менән таныштырҙы. Шулай уҡ уҡыусылар таныш булмаған кешеләр менән аралашыу ҡағиҙәләре тураһында белде, вирусҡа ҡаршы программалар менән нисек ҡулланырға, шәхси белешмәләрен нисек һаҡларға кәрәклеген өйрәнде. Дәрестәрҙә 300-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты.
Милли үҙәк белгестәре республиканың башҡа ҡалаларында ла лекциялар үткәрәсәк.
Төбәк педагогтары өсөн айырым саралар ҡаралған. Улар семинарҙарҙа төрлө йәштәге балалар өсөн хәүефһеҙ интернет дәрестәрен нисек ойошторорға өйрәнәсәк.
Апрелдә балаларҙың мәғлүмәтлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән социаль реклама булдырыуға бағышланған конкурс иғлан ителәсәк. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр «Рәсем», «Видео» номинацияларына эштәрен ебәрә. Еңеүселәр ойоштороусыларҙан махсус бүләктәр аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йөҙ уҡыусы өсөн интернет хәүефһеҙлеге буйынса беренсе дәрес 2019 йылдың авгусында «Аҡсарлаҡ» йәйге ял лагерында үтте.
Был акцияны Милли үҙәк менән берлектә Хәүефһеҙ интернет лигаһы үткәрә.
Читайте нас: