«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты: Балалар учреждениелары механик терапия өсөн аппараттар ала башланы
Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһы терәк-хәрәкәт системаһы өсөн тейешле ҡулланмалары булған роботлаштырылған механик терапия аппараттарын алды. Ул «Балалар поликлиникаларының һәм медицина ойошмаларындағы балалар бүлектәренең материаль-техник базаһын үҫтереү».маҡсатлы программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Был аппараттар имгәнеү йәки аяҡ һыныу осраҡтарынан һуң өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү өсөн, операциянан һуң быуын ауырыуҙарын дауалау, уларҙың һығылмалылығын ҡайтарыу, оҙаҡ хәрәкәтләнмәй торғандан һуң булған ҡатмарлыҡтарҙы иҫкәртеү өсөн ҡулланыла, тиҙ һәм һыҙланыуҙарһыҙ төҙәлеүгә булышлыҡ итә.
Реабилитация үткәргәндә аппаратты һәр пациент өсөн шәхси параметрҙар ҡулланыу мөмкинлеген биргән көйләү функцияһы ла бар. Ул универсаль: уң һәм һул аяҡ өсөн дә ярай. Процедура эшләгәндә аяҡты тура тотоп та, тубыҡтан бөгөп тә эшләргә була.
Был аппаратта күнекмәләрҙе ни тиклем иртәрәк башлаһаң, дауалау шул тиклем һөҙөмтәлерәк була, ауырыуға ғәҙәти тормош рәүешенә тиҙерәк ҡайтыуға мөмкинлек бирә. Шуныһы ла мөһим: ул быуындарҙы яҙғанда ауырттырмай, уларҙың физиологик яҡтан дөрөҫ, тәбиғи хәрәкәтләнеүен гарантиялай.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы балалар поликлиникалары, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы һәм Республика балалар клиник дауаханаһы ла ошондай аппараттар менән тәьмин ителәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының
матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса.