Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2020, 13:15

“Атайҙар даны” наградаһы булдырылды

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы “Атайҙар даны” наградаһын булдырҙы

“Атайҙар даны” наградаһы булдырылды
Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы “Атайҙар даны” наградаһын булдырҙы.
Атайҙар өсөн награда атайлыҡ институтын, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, шулай уҡ балалар тәрбиәләп, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү маҡсатында булдырыла.
Бүләккә Башҡортостанда биш йылдан ашыу йәшәгән, Рәсәй гражданлығы булған атайҙар дәғүә итә ала. Ул шулай уҡ биш йыл элек етем балаларҙы уллыҡҡа алған, хәрби конфликттарҙа, Ватанды һаҡлағанда балаларын юғалтҡан ир-егеттәргә лә тапшырыла.
Награданы алыу өсөн дәғүәсе эшләгән предприятие коллективтарынан йәмәғәт палатаһына юллама әҙерләнергә тейеш.
Заявкалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә, комиссия уны 15 майға тиклем ҡараясаҡ.
“Атайҙар даны” наградаһы 24 июндә Рәсәйҙә Атайҙар көнөн билдәләгән көндә тапшырыла.
Фото: 64.rodina.news
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: