Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 13:15

VI Бөтә донъя Фольклориадаһына аккредитация башланды

Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова һәр аҙна ойошторолған брифингта VI Бөтә донъя Фольклориадаһына аккредитация башланыуын иғлан итте.

“Инеш өлөштө тамамлап, Башҡортостан Республикаһында үтәсәк ҙур мәҙәни сара тураһында әйтеп китәм. Ул халыҡ традицияларын, йолаларын һаҡлауға туранан-тура бәйле. 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем Башҡортостанда Халыҡ-ара фольклор һәм традициялы сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу Советының VI Бөтә донъя Фольклориадаһы үтәсәк. Был күләмле сара бер нисә этапты үҙ эсенә ала.
18 июлдә Өфөлә уны тантаналы асыу була, ә 19 июлдә барлыҡ ҡунаҡтарҙың милли кейемдәр парады үтә.
Ошо аҙнанан VI Бөтә донъя Фольклориадаһының рәсми сайтында Рәсәй һәм сит ил киңкүләм мәғлүмәт саралары өсөн аккредитация асылды, - тине Мария Захарова. - Сарала 85 илдән 3000-дән артыҡ вәкил ҡатнашасаҡ. 14 көн дауамында илдәрҙең һәм төбәктәрҙең коллективтары мәҙәниәт ярҙамында аралашасаҡ.
Читайте нас: