Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 12:50

Бушлай туҡланыу – яңы уҡыу йылынан

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республикала үткән “Юғары ос!” II мәғариф форумына йомғаҡ яһалды

Бушлай туҡланыу – яңы уҡыу йылынан
Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республикала үткән “Юғары ос!” II мәғариф форумына йомғаҡ яһалды. Төп доклад менән Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин сығыш яһаны.
Быйылғы форумда һүҙ уҡыусыларҙың физик, рухи, әхлаҡи һаулығы тураһында барҙы. Ҙур сарала мәктәп директорҙары ғына түгел, ә ата-әсәләр ҙә ҡатнашты. Улар үҙ фекерен белдерҙе, белгестәрҙе тыңланы.
Иң мөһим яңылыҡ булып 1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә башланғыс класс уҡыусылары өсөн туҡланыуҙың бушлай буласағы тора. Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә был эште яңы уҡыу йылынан, ә кем әҙер түгел, өс йылдан башларға, тигәйне. Беҙҙең республикала уны быйылдан башларға булдылар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өсөн мәктәптәге туҡланыу темаһы мөһимдәрҙең береһе булып тора. Ул тәүге көндәрҙән үк туҡланыу сифатына иғтибар итә, намыҫһыҙ аҙыҡ-түлек килтереүселәр менән эшләүҙе туҡтата.
– 1 сентябрҙән башлауға ныҡлы әҙерләнегеҙ. Ата-әсәләр өсөн дегустация ойоштороп, балаларҙы нисек ашатҡанды күрһәтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Форумда берҙәм мәктәп формаһы индереү, дәрестә кеҫә телефоны менән файҙаланмау, тағы ла күберәк мәктәптәрҙә көрәш секцияларын асыу, йөҙөргә өйрәтеү проектын киңәйтеү, “Терра бала саҡ” проектын башлау, инвалид балалар өсөн инклюзив уҡытыу методикаһы, хәүефһеҙ интернет булдырыу мәсьәләләре һәм башҡа күп һорауҙар ҡаралды.
“Юғары ос!” – республиканың “Мәғариф” милли проекты буйынса үткәрелгән мөһим проекты.
Радий Фәрит улы былтырғы форум һөҙөмтәләре буйынса башҡарылған эштәр менән ҡыҙыҡһынды. Айбулат Хажин белдереүенсә, эш бара.
Киләһе форум белем биреү сифатына арналасаҡ.
Фото: https://glavarb.ru/
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: