Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 16:15

“Торатау” Конгресс-холында II “Юғары ос!” мәғариф форумы үтте

28 февраль Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында үткән Икенсе «Юғары ос!» мәктәп белем биреү форумы үтте

“Торатау” конгресс-холында II “Юғары ос!” мәғариф форумы үтте
28 февраль Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында үткән Икенсе «Юғары ос!» мәктәп белем биреү форумында район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары, мәғариф бүлеге начальниктары, мәғариф ойошмалары директорҙары, ҡаланан ситтә урынлашҡан ял лагерҙары директорҙары, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Фойелағы күргәҙмәлә китап сауҙаһы ойошторолған, “Балалар һәм диетик туҡландырыу” үҙәге продукциялары күрһәтелгән.
Форумда ҡатнашыусылар бер нисә төркөмдәргә бүленеп, майҙансыҡтарҙа фекер алышты, түңәрәк өҫтәлгә йыйылып һөйләште, белгестәр оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пленар ултырышта ҡатнашты. Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов форумға сәләмләү хаты юллаған.
– 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған форум үҙенең әһәмиәтлелеген аҡланы, ул хәҙер киң масштаблы, күп йүнәлешле сараға әйләнеп килә, – тип әйтелә унда. – Дискуссия майҙансыҡтары белем биреү өлкәһендә битараф булмаған, иғтибарлы, системаны камиллаштырыу өсөн тәҡдимдәр тураһында һөйләшергә теләгән кешеләрҙе йыя. Был фекер алышыуҙарҙа ҡыҙыҡлы идеялар, башланғыстар табылһын, форум иһә емешле хеҙмәттәшлек өсөн һөҙөмтәле урын булараҡ үҙ баһаһын нығытһын.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башта хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Сығышында ул форумдың мәғариф системаһын үҫтереүҙә әһәмиәтен билдәләп үтте. Айырыуса мәктәптәрҙә балаларҙың туҡланыу мәсьәләһенә иғтибар бүлде. Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты В.В.Путин тарафынан башланғыс кластарҙы бушлай ашатыу башланғысының йәмғиәттә яҡшы ҡабул ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡаҙаныштар тураһында һөйләне. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова мәктәп белем биреүе форумының етди мәсьәләләр күтәргәнен, һәр кемдең фекере ойоштороусылар өсөн ҡиммәт булғанын билдәләне.
Быйыл форумда 850-нән ашыу кеше ҡатнашты. “Юғары ос!” форумы “Мәғариф” федераль милли проектына ярашлы уҙғарыла.
Фото: https://glavarb.ru/
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика Башлығы сайты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: