Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 14:05

Башҡортостан закон сығарыусылары яңы иҫтәлекле дата булдырҙы

13 ноябрь республикала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө тип билдәләнәсәк

Башҡортостан закон сығарыусылары яңы иҫтәлекле дата булдырҙы
13 ноябрь республикала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө тип билдәләнәсәк
Башҡортостанда яңы иҫтәлекле датала, 13 ноябрҙә, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының көнө тип билдәләнәсәк. Төбәк парламенты депутаттары был закон проектын икенсе уҡыуҙа тулы килеш ҡабул иттеләр. Төҙәтмәләр индерелмәне.
Яңы байрам көнө булдырыу башланғысы менән сығыусылар аңлатыуынса, был көн Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов, II дәрәжә Кутузов ордендарына лайыҡ булған 112-се Башҡорт атлы дивизияһының данын мәңгеләштереү маҡсатын күҙ уңында тота.
Байрамдың датаһы ла осраҡлы һайланмаған. 1941 йылдың 13 ноябрендә СССР Дәүләт Оборона комитеты тарафынан милли ғәскәри берләшмәләр ойоштороу тураһындағы постановление ҡабул ителә. Был 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының төҙөлөүенә нигеҙ һала.
Читайте нас: