Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 17:50

«Искож»да хеҙмәт етештереүсәнлеге ике тапҡырға артҡан

Өфөлә үткән Рәсәй сәнәғәт форумында Башҡортостандың алты предприятиеһының эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар

«Искож»да хеҙмәт етештереүсәнлеге ике тапҡырға артҡан
Өфөлә үткән Рәсәй сәнәғәт форумында Башҡортостандың алты предприятиеһының эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар.
«Искож» хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше күрһәткестәре буйынса алдынғы урында бара. Бында ҡотҡарыу һалдарын эшләү буйынса пилот ағымында һаҡсыл производство механизмдарын индереп, процесс ваҡытын 63,1 процентҡа, эшләнеп бөтмәгән производство күләмен 42,4 процентҡа кәмеүгә өлгәшкәндәр. Бер юлы хеҙмәт етештереүсәнлеге икегә артҡан.
Нефтекаманың "Искож"ы хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу проектына ул Башҡортостанда пилот хәлендә булған мәлендә ҡушылған. Әле илдең 13 предприятиеһы менән бер рәттән Рәсәй экспорт үҙәгенең "Экспорт акселераторы" программаһында бушлай ҡатнашыу хоҡуғын алған. Алынған белемдәр "Искож"ға продукцияны ситкә оҙатыуҙы ике тапҡырға арттырыуға мөмкинлек биргән.
Алты предприятие өсөн финанс ярҙамы ҡаралған, шул иҫәптән 300 миллион һумға тиклем 1% -лы ташламалы займ, ҡулай шарттарҙа кредит һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабаттан уҡытыуға субсидиялар.
Форумда ҡатнашыусылар проектты тормошҡа ашырыу барышында барлыҡҡа килгән ыңғай һөҙөмтәләрҙе лә билдәләп үтте.
Айрат Фәхретдинов белдереүенсә, «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса системалы саралар» төбәк проектына 57 предприятие ҡушылған.
Фото: сайт «Искож»
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: