Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 02:40

Йәрминкәлә эш табырға була...

27 февралдә Өфөлә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Йәрминкәлә эш табырға була...
27 февралдә Өфөлә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк.
Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғыс биргән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ойошторола.
Сарала төрлө йүнәлештәге - инженер, менеджер, уҡытыусы, администратор, кондитер, шәфҡәт туташы, һатыусы, водитель, кондуктор, токарь, электрик, ташсы, төҙөлөш һәм монтаж эштәре оҫтаһы, һауыт-һаба йыуыусы, йыһаз йыйыусы, слесарь-сантехник, тракторсы, штукатур, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һәм башҡа вакансиялар тәҡдим ителә.
Килеүселәр мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре менән файҙалана ала, уларға һөнәри йүнәлеш биреү, уҡытыу, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса кәңәштәр бирелә.
Йәрминкәлә компьютер диагностикаһы үтеү мөмкинлеге лә бар.
Бөтә хеҙмәттәрҙең дә бушлай күрһәтелә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://ru.123rf.com/profile_dolgachov
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: