Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 03:05

Рөхсәтһеҙ сүплектәр юҡҡа сығарылырға тейеш

Республикала үткән йылда муниципалитеттар көсө менән 2 918 рөхсәтһеҙ сүплектең 414-е генә юҡ ителгән.

Рөхсәтһеҙ сүплектәр юҡҡа сығарылырға тейеш
Республикала үткән йылда муниципалитеттар көсө менән 2 918 рөхсәтһеҙ сүплектең 414-е генә юҡ ителгән. Башҡортостанда законһыҙ сүп-сар өйөмдәренең дөйөм майҙаны 2 301 гектар тәшкил итә. Был турала Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов белдергән.
Сүплектәрҙе тиҙерәк юҡ итеү өсөн аҡса етешмәй. Һәм бындай сүплектәрҙе юҡ итеүҙең төп ысулы итеп уларҙы эреләтеү, йәки бәләкәй сүплектәге ҡалдыҡтарҙы ҙурыраҡтарына күсереү һанала.
Экология министрлығы муниципалитеттарға законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөүгә бәйле дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү буйынса күрше төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнә.
«Таҙа ил» төбәк проектын тормошҡа ашырыу өсөн ҡала эсендәге бөтә сүплектәр юҡ ителергә тейеш. Өфөлә һәм Нефтекамала 16 сүплек бөтөрөлгән, Дәүләкән, Благовещен, Сибай, Баймаҡ, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларында алты сүплекте юҡ итеүгә проект документацияһын әҙерләү өсөн дәүләт килешеүҙәре төҙөлгән.
Әлеге ваҡытта ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу объекттары дәүләт реестрында сүп-сар күмелгән 34 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны иҫәпләнә, тип белдерә Республиканың тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы.
“Экология” милли проекты үҙ эсенә 11 федераль проектты ала: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы һауыҡтырыу”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”. Милли проект биш йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыласаҡ: “Ҡалдыҡтар”, “Һыу”, “Һауа”, “Биотөрлөлөк”, “Технологиялар”.
Фото: Башинформ.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: