Сүп-сарҙы айырым йыйыу маҡсатында Өфөлә тәүге пункт эшләй башланы. Сорттарға айырылған ҡалдыҡтарҙы йыйыу башланғысы “Мега” сауҙа үҙәге һәм “ИКЕА” магазины тарафынан тормошҡа ашырылған.
Пункт “Мега” сауҙа үҙәгенең урам яғындағы парковкаһында урынлашҡан һәм ул тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеүгә ҡулайлаштырылған.
Яңы пункт ике аҙна һынау режимында эшләй, әле бында 267 кг ҡалдыҡ йыйылған. Сүп-сарҙы 12 төргә бүлеп тапшырырға мөмкин: батарейкалар, лампалар, туҡыма, ҡаты пластик, быяла, ҡағыҙ, картон һәм алюмин банкалар. Икенсел сеймал таҙа һәм сорттарға дөрөҫ бүленгән булырға тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты ҡуйған талаптарҙың береһе – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының тирә-яҡ мөхиткә һәм кешеләрҙең һаулығына кире тәьҫирен мөмкин тиклем кәметеү, сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ойоштороп, ҡайтанан эшкәртеүҙе, икенсел сеймал алыуҙы яйға һалыу.
#национальныепроекты; #нацпроекты;
#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.