Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2020, 13:55

1 апрелдән социаль пенсия индексациялана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 1 апрелдән халыҡтың социаль пенсияһы 6,1% индексациялана

1 апрелдән социаль пенсия индексациялана
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 1 апрелдән халыҡтың социаль пенсияһы 6,1% индексациялана. Был турала Рәсәй Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән мәғлүмәт биргәндәр.
Социаль пенсия кешенең раҫланған хеҙмәт стажы булмаһа йәки уның стажы хеҙмәт пенсияһын тәғәйенләү өсөн етмәһә, эшкә яраҡһыҙ йәшкә еткәс уға социаль пенсия тәғәйенләнә. Шулай уҡ инвалидтар, ҡараусыһын юғалтҡан балалар бындай төр пенсияны ала.
Шулай уҡ социаль пенсияның тейешле күләменән сығып, саҡырыу буйынса хеҙмәт иткәндәрҙең, хәрбиҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгәндәрҙең, техноген йәки радиация һәләкәттәрендә зыян күргән граждандарҙың һәм башҡаларҙың пенсияһы арттырыла, тип хәбәр ителә.
Социаль пенсия 6,1%-ҡа индексацияланасаҡ. Быйыл индексация күләме уҙған йылдарға ҡарағанда күпкә юғары: 2019 йылда ул 2% тәшкил итһә, 2018 йылда 2,9% булған.
Фото: Интернеттан.
Читайте нас: