Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 18:55

Финляндияға контейнер поезы китте

Салауат ҡалаһы станцияһынан «Газпром Нефтехим Салауат» компанияһы етештергән продукция тейәлгән тәүге тиҙләтелгән танк-контейнер поезы Финляндияға юл тотто

Финляндияға контейнер поезы китте
Салауат ҡалаһы станцияһынан «Газпром Нефтехим Салауат» компанияһы етештергән продукция тейәлгән тәүге тиҙләтелгән танк-контейнер поезы Финляндияға юл тотто. Поезд составында 108 танк-контейнер, уларға ингибирланған винилбензол тултырылған. Тиҙләтелгән поезд юлда өс көн барасаҡ.
Ай һайын Финляндияға 2-3 поезд китәсәк, уны киләсәктә 4-5-кә еткерергә уйлайҙар.
Шулай уҡ бындай танк-контейнерҙарҙы Азов-Ҡара диңгеҙ бассейны йүнәлешенә ебәреү күҙаллана. Был йүнәлештә химик йөктәрҙе бушатыу һәм артабан экспортҡа оҙатыу өсөн терминал селтәре үҫешкән булыуы йәлеп итә.
Яңы тимер юлы сервисы «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты талаптарына тулыһынса яуап бирә һәм экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Тиҙләтелгән поездарҙы ҡулланыу ике яҡ өсөн дә отошло, сығымдарҙы кәметә.
Фото: http://infranews.ru/.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: