Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2020, 01:50

Тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҙурыраҡ бурыстар ҡуйылды

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы коллегия ултырышында уҙған йылға йомғаҡ яһаны

Тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҙурыраҡ бурыстар ҡуйылды
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы коллегия ултырышында уҙған йылға йомғаҡ яһаны
Министр Урал Искәндәров республикала экологик хәлде яҡшыртыу өсөн үткәрелгән саралар тураһында һөйләне. 2019 йылдың 1 ғинуарынан республика ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте һәм төбәк операторҙары эшкә тотондо. Ике миллион тоннанан ашыу ҡалдыҡ сығарылған, аҙна һайын 500 берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу хеҙмәте менән республика халҡының 97 проценты файҙалана.
Һуңғы биш йылда атмосфера һауаһына бысратыусы матдәләрҙе сығарыу күләме тотороҡло кимәлдә һаҡланған. Былтыр был күрһәткес 930 мең тонна тәшкил иткән. Предприятиелар тарафынан 60-тан ашыу һауа таҙартыу сараһы үткәрелгән.
Йыл буйы 194 дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ табыу осрағы асыҡланған, ҡалдыҡтарҙы рөхсәт ителмәгән ергә ташлау осрағы 375-кә еткән. Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды ҡаплатыу өсөн 102 материал әҙерләнгән (штраф күләме 199,4 миллион һум).
Коллегия ултырышында эсәр һыу сифаты темаһы ла ҡуҙғатылды. Республиканың һыу объекттарында һыу сифаты күп йылдар дауамында тотороҡло кимәлдә һаҡлана. Һыуҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары нығыраҡ бысрата, улар иҫәбенә 58,34 процент тура килә. Икенсе урында химия предприятиелары – 24,73 процент, өсөнсө урында яғыулыҡ тармағы предприятиелары – 4,86 процент. Был йүнәлештә зыянды кәметеүсе сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 700,00 миллион һум аҡса тотонолған.
Адреслы инвестиция программаһына ярашлы Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу эштәренең 3-сө һәм 4-се сираттары тамамланған. Яңауыл ҡалаһындағы урындағы йылға ярын нығытыу эштәренә тотонғандар.
2019 йылда министрлыҡтың эше ҡәнәғәтләндерерлек тип баһаланған. Урал Искәндәров киләһе йылға “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу 2020 йылдың төп эше буласаҡ, тип белдерҙе. Айырым әйткәндә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендә заманса инфраструктура үҫтереү, экологик мониторинг системаһын камиллаштырыу, эре сәнәғәт предприятиеларынын яҡшыраҡ технологияларға күсереү һәм бөтә урындарҙа ла сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштороу тора.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: