Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2020, 12:05

Мәҙәниәт өлкәһендә ҙур пландар билдәләнде

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте

Мәҙәниәт өлкәһендә ҙур пландар билдәләнде
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, коллегия ағзалары, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, мәҙәниәт бүлеге етәкселәре, Мәҙәниәт министрлығы аппараты белгестәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре һ.б. ҡатнашлығындағы ултырышта уҙған 2019 йылға йомғаҡ яһалды, 2020 йылға пландар билдәләнде.
Фәнүр Йәғәфәров мәҙәниәт өлкәһенең ил үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булыуын, йәмәғәт тормошоноң, милли үҙенсәлектең нигеҙе булып тороуын билдәләне, шулай уҡ үткән йылдың төрлө сараларға, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булыуы хаҡында һөйләне.
“Республикабыҙҙың мәҙәни ҡеүәте юғары, ғорурланырлыҡ, бөтә донъяға күрһәтерлек ҡиммәттәребеҙ бар. Бай мәҙәни мираҫты ла һаҡлап, замана менән бергә барабыҙ. Ошондай эшмәкәрлекте артабан да дауам итәсәкбеҙ, мәҙәни брендтарҙы ҡулланып, Башҡортостанды төрлө яҡлап үҫтереүгә төп иғтибарҙы йүнәлтәсәкбеҙ”, – тине Фәнүр Мөхәррәм улы.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова 2019 йылдағы мәҙәни эштәр, шулай уҡ 2020 йылға ҡуйылған бурыстар хаҡында һөйләне.
Мөһим ваҡиғалар булып Шәйехзада Бабичҡа һәм Ғабдулла Туҡайға һәйкәлдәр асыу, Башҡорт теле, Милли кейем көндәрен дәүләт кимәлендә билдәләү, республиканың төп майҙандарының береһендә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу хаҡында ҡарар сығарыу, башҡорт кинематографындағы ике кинопремьера – “Беренсе республика” (режиссеры - Булат Йосопов) һәм “Һеңлекәш” (режиссеры - Александр Галибин) - тора.
“Бындай кимәлдәге саралар Башҡортостаныбыҙҙың имиджын нығытты, – тине Әминә Ивний ҡыҙы, – Башҡортостан мәҙәниәте көндәре һәм сит өлкәләрҙәге һабантуйҙар ваҡытында республикабыҙҙан ҡырҙа йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы туплау буйынса һиҙелерлек алға китеш булды”.
Башҡортостан “Евразия йөрәге”, “Көмөш Аҡбуҙат”, Илдар Абдразаҡовтың халыҡ-ара фестивалдәре, “Владимир Спиваков саҡыра” Бөтә Рәсәй фестивале кеүек ҙур мәҙәни сараларҙың ойоштороусыһы булды, улар Башҡорт мәҙәниәте тарихында әһәмиәтле ваҡиғалар булып ҡаласаҡ.
2020 йылда ла мөһим, сағыу саралар көтөлә. Башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың, беренсе башҡорт композиторы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына - 125 йыл, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейы булдырылыуға – 100 йыл, Бөтә Рәсәй, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, Бөтә донъя фольклориадаһы.
Бөйөк Еңеүгә арналған сараларҙың күбеһе генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәм Башҡорт кавалерия дивизияһының исемдәрен мәңгеләштереүгә арналасаҡ.
Шулай уҡ быйыл мәҙәниәт өлкәһендә грант һәм субсидиялар алырға теләүселәргә лә ҙур мөмкинлектәр булласаҡ.
“Һәр кемдең мөмкинлеге бар, ҡыҙыҡлы идея менән теләк кенә кәрәк”, – тине мәҙәниәт министры.
Республикала барлыҡ мәҙәни саралар "Мәҙәниәт" милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://culture.bashkortostan.ru
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: