“Һандар дәресе” мәғлүмәтле итә
Өфөләге Республика инженерлыҡ лицей-интернатында шәхси ярҙамсыларға арналған асыҡ “Һандар дәресе” үтте.
Бындай дәрестәр Рәсәйҙә икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Проект уҡыусылар араһында һанлы компетенцияларҙы үҫтереү һәм һөнәри йүнәлеш биреү бурысын ҡуя. Дәрес йәштәргә технологияларға һәм программалауға бәйле һөнәрҙәр донъяһында дөрөҫ юлды табырға ярҙам итә.
Инженерлыҡ лицей-интернатында ойошторолған дәрестә уҡыусылар Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға, дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикинға төрлө һорауҙар бирҙе. А.Хажин әйтеүенсә, мәктәптәге яңы техниканы ихтыяж булған өр-яңы IT-проекттар төҙөү өсөн мотлаҡ файҙаланырға кәрәк.
Дәүләт власы органдарында “Яндекс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең белем биреү башланғыстарын танытыу директоры Дмитрий Растворов уҡыусыларҙы шәхси ярҙамсыларҙың мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Ярҙамсыларҙың халыҡтан килгән һорауҙарҙы нисек эшкәртеүе һәм был йүнәлештә уларға ниндәй технологияларҙың ярҙам итеүе тураһында мәғлүмәт бирелде.
Былтырғы уҡыу йылында “Һандар дәресе”ндә илдәге барлыҡ уҡыусыларҙың яртыһынан күберәге тиерлек ҡатнашҡан. Бер йылда проект сайтындағы дәрестәрҙе балалар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар 14 миллион тапҡырҙан ашыу ҡараған.
Белеүебеҙсә, был проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы ғәмәлгә индерелгән “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: education.bashkortostan.ru
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.