Әсәләр һөнәри оҫталығын күтәрә ала
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт Президиумының сираттағы ултырышында әсәләрҙең һөнәри квалификацияһын күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.
Декрет ялындағы әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү мөмкинлеген биргән махсус программала рәсми эш урыны булған, әле өс йәшкә тиклем сабыйын ҡарау ялындағы ҡатындар ҡатнаша ала.
Ултырышта әсәләргә һөнәри белем биреү эшен ойоштороусы юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға (дәүләт һәм муниципаль учреждениеларынан тыш) республика ҡаҙнаһынан субсидия биреү тәртибе раҫланды.
Документ проекты Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әҙерләнгән. Был сара ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылыусы “Демография” милли проекты сиктәрендәге “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу ” төбәк проектына ярашлы ойошторола, тип белдерҙе Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Программаның төп маҡсаты – декрет ялындағы ҡатындарҙың квалификацияһын күтәреү, теоретик һәм практик белемен, оҫталығын арттырыу, һөнәри эшмәкәрлек буйынса өр-яңы техниканы, технологияларҙы өйрәтеү, ғәмәлдәге квалификацияға ярашлы эш таба алмауға бәйле һөнәрҙе, специальносты, мәшғүллекте үҙгәртеү.
– Әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү, белем тураһындағы сертификаттар тапшырыу, эш биреүселәрҙе субсидиялау кеүек ғәмәлдәр мәшғүллек үҙәктәре йүнәлешендә башҡарыласаҡ. 2019 йылда төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә декрет ялында булған 545 ҡатын белем алған, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.
2011 йылдан алып тормошҡа ашырылған был программа сиктәрендә йыл һайын 350-400 ҡатын-ҡыҙ белем алған. 2011-2018 йылдарҙа барлығы 4300 әсә квалификацияһын күтәргән. 2020 йылдан башлап йыл һайын 1200-ҙән артығыраҡ кеше уҡытыласаҡ.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: https://www.baby.ru/
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.