Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2020, 14:00

Башҡортостанда Зауыҡлылыҡ йылы эмблемаһы раҫланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, республикала Зауыҡлы биләмәләр йылы эмблемаһы раҫланды

Башҡортостанда Зауыҡлылыҡ йылы эмблемаһы раҫланды
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, республикала Зауыҡлы биләмәләр йылы эмблемаһы раҫланды.
Радий Хәбиров Указы менәән республикала 2020 йыл Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Һәм эмблеманың иң яҡшы макетына конкурс ойошторолдо, уны тауыш биреү юлы менән һайланылар.
Тәҡдим ителгән ун вариант өсөн тауыш биреүҙә өс меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Зауыҡлылыҡ йылына әҙерлек этабында муниципалитеттарҙа ойоштороу комитеттары булдырылды, саралар планы әҙерләнде, «Таҙалыҡ көндәре» билдәләнде.
Муниципаль берәмектәр яҡтыртыуҙы, газондарҙы, тротуарҙарҙы, ҡоймаларҙы тикшереп сыҡты. Ниндәй эштәр башҡарылырға һәм күпме ресурс кәрәк буласағын билдәләне.
Башҡортостан Республикаһында 4 меңгә яҡын тораҡ пункт иҫәпләнә, үҙәк урамдарҙың һәм ҡыҙыл һыҙаттарҙың дөйөм оҙонлоғо – 52 мең саҡрым. Тикшереү күрһәтеүенсә, 587 саҡрым ҡоймаға, 3 мең квадрат километр газонға ремонт талап ителә.
«Ҡалаларҙы һәм райондарҙы тәүге контроль датаға – 9 майға әҙерләү өсөн ни бары ике ай ярым ваҡыт ҡалды. Биләмәләрҙе ҡарҙан, сүп-сарҙан, ауған ағастарҙан таҙартырға, техниканы һәм кәрәкле материалдарҙы әҙерләргә кәрәк», — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәр буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: