Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 14:10

Кардиология үҙәгенә сифат сертификаты бирелде

Башҡортостан кардиология үҙәге илебеҙҙә тәүгеләрҙән булып "Росздравнадзор"ҙың сифат сертификатын алды

Кардиология үҙәгенә сифат сертификаты бирелде
Башҡортостан кардиология үҙәге илебеҙҙә тәүгеләрҙән булып "Росздравнадзор"ҙың сифат сертификатын алды. Был халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты бөтә талаптарға ла яуап бирә тигән һүҙ.
Өфөләге кардиология үҙәгенә "Росздравнадзор"ҙың Милли сифат институты эксперты Диләрә Таут килде. Ул, аудитҡа ярашлы, медицина учреждениеһының төп бүлектәре менән медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса эш ойошторҙо.
Тикшереүҙең йомғаҡтары кардиоүҙәктәге сифат менеджменты системаһының медицина эшмәкәрлеге хәүефһеҙлегенә һәм сифатына тулыһынса ярашлы булыуын күрһәтте.
Диләрә Фаяз ҡыҙы эш барышының дөрөҫ ойошторолоуын, операция процедураларының дөрөҫ башҡарылыуын билдәләне.
Кардиоүҙәктең баш табибы Ирина Николаева был тикшереүҙең үҙәктәге эште артабан камиллаштырыу өсөн ҙур тәжрибә булыуын һәм артабан да ошо юҫыҡта алға барасаҡтарын белдерҙе.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сифат менеджменты системаһының яңы кимәленә күтәрелеү бурысын ҡуя.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: республика кардиоүҙәге сайтынан.
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: