Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 14:25

Был бәрәңгеләр вирусҡа бирешмәй

Башҡортостан дәүләт аграр университеты ғалимдары бәрәңгенең яңы сорттарын сығарыу буйынса ҙур эш алып бара, уның вирусһыҙ булыуы – төп шарт

Был бәрәңгеләр вирусҡа бирешмәй
Башҡортостан дәүләт аграр университеты ғалимдары бәрәңгенең яңы сорттарын сығарыу буйынса ҙур эш алып бара, уның вирусһыҙ булыуы – төп шарт.
Яңы уйлап табылған сорттарҙы "Эрвел", "Агата НС", "Ирәндек" тип атағандар. Улар Волга буйы федераль округы климатына яраҡлаштырылған һәм төрлө ауырыуҙарға бирешмәүе менән айырылып тора. Ә «Эрвел» сортының тамыр системаһы ҡеүәтле, шуға ла ул ҡоролоҡтан, ҡоротҡостарҙан ҡурҡмай.
«Агата НС», «Ирәндек» сорттары крахмалға, С витаминына бай. Тәүгеһенең уңдырышлылығы гектарынан 20 тоннаға тиклем етә. Университеттың баш ғилми хеҙмәткәре Денис Андрианов был ике сорттың механик һәм йылылыҡ менән эшкәрткәндән һуң да үҙҙәренең тәүге үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалыуын билдәләй. Тағы ла шуныһы: улар сит ил орлоҡтарынан 12 процентҡа осһоҙораҡ. Был импортҡа алмашты арттырыу, бәрәңгенең яҡшы сорттары орлоғон етештереүҙе йыл һайын 30 мең данаға еткереү мөмкинлеген бирәсәк.
“Эрвел” сорты патент алырға әҙерләнә, ә “Агата НС” менән “Ирәндек” селекция ҡаҙаныштарының дәүләт реестрына индереү өсөн тапшырылған.
Әле аграр университет ғалимдарының тағы дүрт бәрәңге сорты дәүләт сорт һынауҙарын үтә.
Асыштар "Фән" милли проекты бурыстарына ярашлы алып барыла.
Фото: absurdopedia.net
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: БДАУ сайтынан.
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: