Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2020, 19:15

Урман янғындарына ҡаршы саралар күрелә

Республиканың Урман хужалығына ҡараған урмансылыҡтар етеп килгән миҙгелгә әҙерлек һәм Башҡортостан биләмәһендәге урман фондында янғын хәүефһеҙлеге сараларын күреү, янғындарҙы һүндереү планын әҙерләне.

Урман янғындарына ҡаршы саралар күрелә
Республиканың Урман хужалығына ҡараған урмансылыҡтар етеп килгән миҙгелгә әҙерлек һәм Башҡортостан биләмәһендәге урман фондында янғын хәүефһеҙлеге сараларын күреү, янғындарҙы һүндереү планын әҙерләне.
Был планда урмандың, янғынға ҡаршы төркөмдәрҙең, техниканың һәм ҡорамалдарҙың һаны, ҡуртымсылар ҡарамағындағы урман участкалары, янғын хәүефе кимәленән сығып эш итеү саралары күрһәтелгән.
Саралар район хакимиәттәре һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы бүлексәләре менән килешеп планға индерелгән. Белгестәрҙең фекеренсә, бындай саралар төбәктә янғын һүндереүҙә һөҙөмтәлелектең артыуына булышлыҡ итәсәк.
Республиканың урман хужалыҡтары урмандарҙы бар яҡлап та һаҡлау ҡеүәтенә эйә тип ышанырға була, сөнки урмансыларға Владимир Путиндың май указдарында ҡаралған “Экология” милли проектына ярашлы ҡабул ителгән “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты буйынса һатып алынған яңы һәм ҡеүәтле янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдары ярҙамға киләсәк. Быйыл да яңы техника менән тәьмин итеү дауам итәсәк.
Ведомствоның урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Динил Әхмәтов әйтеүенсә, Башҡортостан биләмәһендә урман янғындарын һүндереү йыйылма планы Волга буйы федераль округы буйынса Урман хужалығы департаментында һәм “Авиалесоохрана” учреждениеһында тикшерелгән һәм ул республиканың дәүләт органдарында раҫлау үтә, һуңынан Федераль Урман хужалығы агентлығында ла ҡараласаҡ.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: gtrk.tv
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: