Һәр район үҙәгендә - бассейн
Башҡортостандың район үҙәктәрендә бассейндар төҙөү планлаштырыла.
Дүрт йыл эсендә, йәғни 2024 йылға тиклем йыл һайын ике-өс бассейн төҙөләсәк.
Был башланғыс Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған “Демография” милли проекты һәм “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты буйынса бойомға ашырыласаҡ.
Әлегә 16 районда һәм ҡалала бындай сәләмәтлек үҙәге юҡ. Үткән йылда республика Башлығы Радий Хәбиров физкультура-спорт комплекстарын төҙөү программаһын эшләргә ҡушҡайны. Быйыл был программа тормошҡа ашырыла башланы.
Тәүге спорт комплекстары Ҡырмыҫҡалы районында һәм Межгорье ҡалаһында төҙөләсәк. Яҙға был эштәрҙе башлаясаҡтар. Дыуан районындағы бассейн эргәһендә боҙ майҙансығы ла булдырыласаҡ. Ул иң ҙур объекттарҙың береһенә әйләнәсәк.
Архангел, Дыуан райондарында һәм баш ҡалалағы Шакшала физкультура-сәләмәтләндереү үҙәктәре проекттары эшләнелә башлаған.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.