Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2020, 12:50

Яңы торлаҡ комплексы төҙөләсәк

Ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған май Указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Өфөләге “Тинькофф Холл” күңел асыу комплексы эргәһендә яңы йорттар барлыҡҡа киләсәк.

Был төҙөлөштө “ДОМ.РФ” банкы финанслай. Уның майҙаны 79,5 мең квадрат метр тәшкил итәсәк һәм комплекс дүрт күп ҡатлы секциянан торасаҡ.
Проектты бойомға ашырасаҡ “Баш ҡала һауаһы” төҙөүсе ойошмаһы финанслау алған да инде.
Проект өсөн 2,4 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Комплекс Совет районында, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 15 адресы буйынса урынлашасаҡ. Бында балалар һәм спорт майҙансыҡтары, машиналарҙы парковкалау урындары, балалар баҡсаһы, сауҙа нөктәләре булдырыу ҡаралған.
760 ғаилә 2022 йылда был йортта йәшәй башлаясаҡ.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: papamaster.su.
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: