Рух
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2020, 01:20

“Башҡортостан” милли паркында ҡалдыҡтар айырып йыйыласаҡ

“Башҡортостан” милли паркы Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса пилот проектына ингән. Бында сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойошторасаҡтар. Был методиканы һанап ҡарау өсөн илдең 15 ҡурсаулығы һәм милли паркы һайлап алынған.

“Башҡортостан” милли паркында ҡалдыҡтар айырып йыйыласаҡ
“Башҡортостан” милли паркы Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса пилот проектына ингән. Бында сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойошторасаҡтар. Был методиканы һанап ҡарау өсөн илдең 15 ҡурсаулығы һәм милли паркы һайлап алынған.
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн эшләп сығарылған күрһәтмәнең төп принцибы – “Килтергәс – үҙең менән алып кит!”. Бында ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу һәм уларҙы эшкәртеү алгоритмдары инә, “ноль ҡалдыҡ” принцибы индерелә һәм халыҡтың экологик яуаплылығын формалаштырыу ҡарала.
“Башҡортостан” милли паркының ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу тәжрибәһе бар инде. Үткән йылдың июлендә Нөгөш һыуһаҡлағысы ярындағы туристик туҡталҡаларҙа “ҡоро” ҡалдыҡтар өсөн 20 сеткалы металлик контейнер ҡуйылғайны. Бер контейнер өс кубометр икенсел сеймалға иҫәпләнгән. Пластик, быяла һәм алюминий “Эко-Сити” сүп-сарҙы сортҡа бүлеүсе комплексҡа сығарылды һәм артабан эшкәртеүгә ебәрелде. Ә аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары һәм эшкәртеүгә яраҡһыҙ сүп-сар өсөн ғәҙәти контейнерҙар урынлаштырылды.
Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу арҡаһында ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн түләүҙә 20-25 процент аҡса экономиялауҙары тураһында парк директоры Владимир Кузнецов һөйләй:
– Төбәк операторы беҙгә контейнерҙар бирҙе, икенсел сеймалды сығарыуҙы ойошторҙо. Сортҡа бүленгән сүп-сар заводҡа эләгә, аҙаҡ эшкәртеүгә китә, сүплеккә ташланылмай. Әле милли паркта иҫкәрмәләр, буклеттар, табличкалар әҙерләйбеҙ, уларҙа ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса кәңәштәр бар. Милли парк етәкселеге ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуға Нөгөштә эшләгән барлыҡ туристик базаларҙы йәлеп итергә, махсус контейнерҙарҙы ауылдар тирәһенә лә ҡуйырға планлаштыра.
“Беҙҙең илдә оҙаҡ йылдар ҡалдыҡтар проблемаһына тейешле иғтибар бирелмәне. “Экология” милли проектына ярашлы был хәл үҙгәрҙе, киләсәктә юғары кимәлдә алып барыласаҡ. Яңы комплекстар булдырыу өҫтәмә эш урындары асыу мөмкинлеге, экологик сәнәғәтте үҫтереүгә этәргес бирәсәк”, – ти белгестәр.
“Экология” милли проекты “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һәм экологик туризмды һаҡлау”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү” кеүек бүлектәрҙән тора.
Рәсәй буйынса был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 4 триллион 41 миллиард һум бүлеү планлаштырылған.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Фото: ecosrv.ru
Читайте нас: