Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 12:55

"Йәшел аҙна" ниндәй һөҙөмтәләр бирҙе?

Берлиндағы “Йәшел аҙна” 85-се халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәһе тамамланды. 17 ғинуарҙан 26-на тиклем дауам иткән сарала илдең 18 төбәге ҡатнашты. Башҡортостан да үҙ экспозицияһын тәҡдим итте.

"Йәшел аҙна" ниндәй һөҙөмтәләр бирҙе?
Берлиндағы “Йәшел аҙна” 85-се халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәһе тамамланды. 17 ғинуарҙан 26-на тиклем дауам иткән сарала илдең 18 төбәге ҡатнашты. Башҡортостан да үҙ экспозицияһын тәҡдим итте.
Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендә барҙы. “Башҡортостан тауары”, “Пышка”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты”, “Рус игене”, “Турбаҫлы бройлейҙары”, “Башспирт”, “Бәләбәй һөт комбинаты”, “Ҡарлыман һөтө”, “Подкова”, “Башҡорт ҡаҙы”, “Башҡортостан үләндәре” һ. Б. Компаниялар иң яҡшы тауарҙарын тәҡдим итте. Кондитер ризыҡтары, бал, сыр, ҡуйыртылған һөт, ит һәм ит ризыҡтары, үлән сәйҙәре ҡуйылды.
Башҡортостан вәкилдәре фермер хужалыҡтарында, орлоҡ етештереү компанияларында һәм башҡа ҡыҙыҡлы ерҙәрҙә булды, гастроном сараларында һәм дегустацияларҙа булды, күргәҙмәләрҙе ҡараны, ултырыштарҙа ҡатнашты. Белгестәр Гумбольдт исемендәге университетта 40 сәғәтлек курста белемен камиллаштырҙы.
Башҡортостанға ҡайтҡас, республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Илшат Фәзрахманов форумдың эшлекле программаһы, Австрияның ауыл хужалығы, төбәктәр һәм туризм буйынса федераль министры Элизабет Кестингер менән осрашыуы тураһында һөйләне. Яҡтар ауыл һәм урман хужалығы, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килешкән.
Республика вәкилдәре инвесторҙар Штефан Дюрр һәм Алекс Бонгрэн менән осрашып, Башҡортостанда бизнестарын үҫтереү юлдары тураһында һөйләшкән. Дюррҙың “ЭкоНива” агрохолдингы Бәләбәй, Йәрмәкәй һәм Бишбүләк райондарында 11,5 мең баш һыйырлыҡ һөт комплекстары төҙөй, ә Бонгрэн “Бәләбәй һөт комбинаты” хужаһы булып тора.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: мойбизнес22.рф
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: