Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 11:45

Йөрәк сирҙәренән үлем осрағы ҡайҙа күберәк теркәлгән?

Ҡан әйләнеше сирҙәренән ҡайһы райондарҙа үлем осраҡтарының күберәк теркәлгәне асыҡланған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һәр 100 мең кешегә 515,1 үлем осрағы тура килә.

Үткән йылдың ун айында иң юғары үлем осрағы Федоровка районында теркәлгән. Бында 100 мең кешегә инфаркт һәм инсульт сирҙәренән үлем осраҡтары 686,6 тәшкил итә. Нуриманда был күрһәткес - 675,7, Миәкәлә – 642,9, Стәрлебашта - 638,1 һәм Белорет районында - 635,5.
Уртаса республика күрһәткесенән түбән булған муниципалитеттар ҙа бар. Мәҫәлән, Ағиҙел, Октябрьский, Нефтекама ҡалалары, Саҡмағош һәм Бүздәк райондары.
Республикала йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау буйынса ҙур эш башҡарыла, яңы технологиялар индерелә, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, заманса ҡорамалдар һатып алына.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: