Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 16:10

Видеоконференция режимында селектор кәңәшмә үтәсәк

Хөрмәтле граждандар! 2020 йылдың 28 ғинуарында 17.00 сәғәттә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе рәйесе Д.Медведевтың Башҡортостандағы Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә видеоконференция режимында селектор кәңәшмә үтәсәк.

Хөрмәтле граждандар!
2020 йылдың 28 ғинуарында 17.00 сәғәттә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе рәйесе Д.Медведевтың Башҡортостандағы Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә видеоконференция режимында селектор кәңәшмә үтәсәк.
Кәңәшмә халыҡҡа социаль ярҙам сараларын күрһәтеү мәсьәләләренә бағышлана.
Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары – республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л.Иванова, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе рәйесе Д.Медведевтың Башҡортостандағы Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Э.Айытҡолова ҡатнашасаҡ.
Кәңәшмә эшендә “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең урындағы бүлексәләре лә видеобәйләнеш аша ҡатнаша.
Әгәр ҙә халыҡҡа социаль ярҙам итеү саралары буйынса һорауҙарығыҙ булһа, һеҙгә урындағы район йәки ҡала бүлексәһенә килеп, видеобәйләнеш аша кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға һорауҙарығыҙҙы еткерә алаһығыҙ.
Читайте нас: