Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 15:40
Егерменән артыҡ кеше акция буйынса аҡса алды
Башҡортостанда егерменән артыҡ кеше Р.Хәбиров башланғыс биргән акция буйынса икешәр мең аҡса алды. Акция февралдең уртаһына тиклем оҙайтыла.
Башҡортостанда егерменән артыҡ кеше Р.Хәбиров башланғыс биргән акция буйынса икешәр мең аҡса алды. Акция февралдең уртаһына тиклем оҙайтыла.
Башҡортостанда легаль булмаған алкоголь эсемлектәрен һатыусылар тураһында мәғлүмәт биреүселәргә аҡсалата бүләк бирелгән.
“Туҡта, суррогат” акцияһы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үткән йылдың декабрь аҙағында башланды.
Законһыҙ алкоголь һатыусы йәки етештереүсе тураһында файҙалы һәм дөрөҫ мәғлүмәт биреүселәргә 2 мең йәки 50 мең һум аҡсалата бүләк бирергә вәғәҙә ителгәйне.
“Берҙәм Рәсәй” башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров проекттың үтәлешен контролләй. Уның һүҙҙәре буйынса, суррогат алкоголь һатыу урындарын хәбәр иткән 22 кешегә икешәр мең һум түләнгән дә инде. Кемдәргә аҡсалата бүләк бирелеүе тураһында күрһәтмә асыҡ сығанаҡтарҙа баҫылмай, улар тураһында мәғлүмәттең йәшерен булыуы гарантиялана.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был акция өсөн түләү республика бюджетынан түгел, ә Башҡортостан төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм үҫеш фондынан түләнә
"Туҡта, суррогат" акцияһы шарттары нигеҙендә, йәшерен етештереү һәм һатыу тураһында хәбәр иткән граждандарға аҡсалата түләү ҡаралған: суррогат алкоголь етештереүселәр тураһында мәғлүмәт өсөн - 50 мең һум, һатыусы тураһында - 2000 һум.
Суррогат етештереүселәр һәм һатыусылар тураһында мәғлүмәтте
[email protected]
электрон почтаһына, Сауҙа буйынса дәүләт комитетының «Имен мөхит» порталына һәм 8 (347) 218-09-87 телефонына (09.00-ҙан 19.00-гә тиклем эш көндәрендә) хәбәр итергә була.
Фото: https://bash.news/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?