Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2020, 11:35

Өфө математика үҙәгенә әйләнәсәк

Башҡорт дәүләт университеты академик С.П. Королев исемендәге Һамар милли тикшеренеүҙәр университеты һәм Ҡазан федераль университеты менән берлектә Волга буйы федераль округында Халыҡ-ара математика үҙәге төҙөргә ниәтләй

Өфө математика үҙәгенә әйләнәсәк
Башҡорт дәүләт университеты академик С.П. Королев исемендәге Һамар милли тикшеренеүҙәр университеты һәм Ҡазан федераль университеты менән берлектә Волга буйы федераль округында Халыҡ-ара математика үҙәге төҙөргә ниәтләй. Әлеге юғары уҡыу йорттары проект өҫтөндә эшләү өсөн консорциум төҙөү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Тиҙҙән Өфө математика үҙәгенә әйләнәсәк. Башҡорт дәүләт университетында донъя кимәлендәге математика үҙәге асыласаҡ. Был “Фән” милли проектына ярашлы бойомға ашырыла.
Үҙәкте асыу күп ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итәсәк. Унда ғилми һәм тикшеренеү программаларын эшләү, уларҙы ҡулланыу, йәш ғалимдарҙы яңы асыштарға йәлеп итеү, халыҡ-ара фәнни сараларҙы ойоштороу, эшкә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең әйҙәүсе ғалимдарын йәлеп итеү – шуға асыҡ миҫал.
Өфөлә мәртәбәле үҙәктең асылыуы өр-яңы асыштарға юл асасаҡ, уның ғилми эштәр менән шөғөлләнеүсе һәм фән юлын һайлаусы йәштәргә ярҙамы ҙур буласаҡ, ти математика фәндәре кандидаты Айҙар Вәлиуллин.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: BASH.NEWS
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: