Ырымбурҙар “Үҫеш нөктәләре”нең эше менән танышты
Республикала ике төбәктең – Башҡортостандың һәм Ырымбур өлкәһенең – Мәғариф һәм фән министрлыҡтарының эшлекле осрашыуы үтте.
Былтыр Башҡортостанда 133 мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре ойошторолдо. Белеүебеҙсә, улар - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указдарына ярашлы уҡыусылар өсөн булдырылған һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге үҙәктәр.
Ырымбурҙа ла тиҙҙән “Үҫеш нөктәһе” масштаблы проектын тормошҡа ашырасаҡтар. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлеге етәксеһе Жанна Миникееваның белдереүенсә, 2020 йылда Ырымбур өлкәһе “Үҫеш нөктәһе” проектына ҡушыла.
Ээшлекле осрашыу күршеләребеҙҙең республикала бындай үҙәктәрҙең нисек барлыҡҡа килеүе, эшләп китеүе хаҡында белеүе өсөн кәрәк. Ырымбурҙарҙың шундай маҡсат менән килергә теләге булғас, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы беҙҙәге үҙәктәрҙең эше менән таныштырырға булған. Ике төбәктең дә ведомство ағзалары Федоровка, Стәрлебаш һәм Ергән ауылдарындағы үҙәктәргә барған. Уларҙа ҡунаҡтар балалар менән аралашҡан, төрлө ҡоролмаларҙы ҡараған, үҙәктәрҙең уҡытыусылары менән дөйөм мәсьәләләр буйынса һөйләшкән.
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.