Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 11:45

Фольклориадаға 80-дән ашыу илдән вәкилдәр килә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров VI Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек буйынса эшлекле һөйләшеү үткәрҙе

Фольклориадаға 80-дән ашыу илдән вәкилдәр килә
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров VI Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек буйынса эшлекле һөйләшеү үткәрҙе.
- Рәсәй Бөтә донъя фольклориадаһын беренсе тапҡыр ҡабул итә. Уны мәҙәни Олимпиада тип тә атайҙар. Был сараға республикабыҙға 80-дән ашыу илдән өс меңдән артыҡ артист киләсәк. Байрам республика ҡала һәм райондарының 72 майҙансығында барасаҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы ижади активистар, ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ майҙандарҙы әҙерләү, хәстәрләү, йәшәү урындарын тәртипкә килтереү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү эштәрен башҡарыуға күрһәтмә бирҙе.
Фольклориадаға әҙерлек барышы тураһында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров һөйләне. Сараға әҙерлек 2015 йылдан башланған. 2017 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин был хаҡтағы Указға ҡул ҡуйғайны, эш төркөмдәре билдәләнгәйне. Республиканың район һәм ҡалалары һәр береһе үҙендә Фольклориаданы ойоштороу буйынса юл карталарын әҙерләй.
Был ҙур сара “Өфө-Арена”ла асыласаҡ. Унда Рәсәйҙең иң көслө фольклор коллективтарының, шул иҫәптән М. Пятницкий исемендәге дәүләт академия урыҫ халыҡ хорының сығыш яһауы көтөлә. Фольклориаданы ябыу тантанаһы “Ватан” этнопаркында буласаҡ.
Башҡортостанда фольклориада 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем уҙасаҡ.
Беренсе Фольклориада 1996 йылда Нидерландта үткән, унда 51 ил ҡатнашҡан. Был сара 2000 йылда – Японияла, 2004 йылда – Венгрияла, унан һуң Көньяҡ Кореяла һәм Мексикала уҙғарылған. 2020 йылда беҙҙә уҙасаҡ сарала халыҡ һәм коллективтар һаны буйынса рекорд ҡуйылыуы ла бар.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: glavarb.ru
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: