Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнәм, тиһәң...
Республикабыҙҙың аграр ведомствоһы белдереүенсә, йылҡысылыҡ тармағына ярҙам итеү маҡсатында 2019 йылда республикала 27,2 миллион һум аҡса бүленгән.
Ипподромдарҙа тоҡомло аттарҙы һынау, бүләк аттарын алыу һәм ҡымыҙ етештереү өсөн финанс ярҙам күрһәтелгән. Аттарҙы үрсетеү менән яңы шөғөлләнә башлаусылар “Агростартап” йәки “Яңы эш башлаусы фермер” тип аталған грант программаларынан файҙалана ала.
Рәсәйҙә “Иҡтисади үҫеш” милли проекты сиктәрендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү” тигән йүнәлештә эштәр алып барыла.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.