Пенсияны арттырырға вәғәҙәләйҙәр
“Российская газета”ға биргән интервьюһында Пенсия фонды етәксеһе Антон Дроздов өс йыл эсендә Рәсәйҙә пенсияның уртаса күләме былтырғы менән сағыштырғанда 18,26 процентҡа артып, 18 мең 290 һумға етәсәген белдерҙе.
“Фаразлау буйынса, 2019-2022 йылдарҙа пенсиялар 2,5; 3; 2; 1,3 процентҡа артасаҡ. Инфляция күләме түбән булһа, үҫеш тағы ла юғарыраҡ буласаҡ”, - ти А.Дроздов. Быйыл ғинуарҙа пенсияның 6,6 процентҡа индексацияланыуын да билдәләп үтте.
80 йәшкә еткән ололарҙың пенсияһының артыу күләме 5686 һум тәшкил итте, ул автоматик рәүештә арттырыла.
Ғинуарҙағы индексациянан һуң илдә пенсияның уртаса күләме - 16,4 мең һумға етә.
”Демография” милли проектына өлкән быуын граждандарының тормошон сифатлыраҡ итеү бурысын ҡуя. Пенсияларҙы һиҙелерлек арттырыу был мәсьәләне хәл итеүҙә этәргес ярҙам буласаҡ.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.