Башҡортостанда һыу транспорты үҫтереләсәк
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һыу транспортын үҫтереү буйынса ултырыш уҙғарҙы.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йылға флотын үҫтереү һәм уның иҡтисадта урынын нығытыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡайны. Ул Рәсәйҙең транспорт министры урынбаҫары - дингеҙ, йылға флоты етәксеһе Юрий Цветков менән осрашыуында ла ошо хаҡта һөйләште.
"Был өлкәләге хәлде тиҙ генә төҙәтеп булмаясаҡ, әлбиттә. Йылғасыларға 20 йыл дауамында иғтибар булманы, һәм бер йылда һыу транспортын аяҡҡа баҫтырыу мөмкин түгел. Шулай ҙа тармаҡты үҫтереүгә ышаныс ҙур", - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов республика ҡарамағында төрлө төрҙәге 37 судно булыуын белдерҙе. Ташылған йөктөң йыллыҡ күләме бер миллион тоннаһы самаһы тәшкил итә, был - төбәктәге йөк әйләнешенең 15 проценты. Пассажирҙарҙың төп өлөшө паром менән файҙаланған, былтыр уларҙың һаны 467 мең булған.
Һыу транспортын үҫтереү мөһим мәсьәләрҙе хәл итеүҙе талап итә. Беренсенән, Ағиҙел, Өфө йылғаларының барлығы 500 саҡрым оҙонлоғондағы һыу үҙәнен таҙартыу.
Үткән йылда "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, "Камводпуть" Илеш районының Груздевка ауылынан алып Татарстандың Әзекүл ауылына тиклемге 23 саҡрымлыҡ үҙәнде таҙартҡан. Быйыл да был эш дауам ителәсәк.
Икенсенән, йылға транспорты паркын яңыртыу бурысы тора, уны Өфө суднолар ремонтлау һәм эшләү заводы башҡарып сыға аласаҡ.
Был эштәрҙе комплекслы үтәү мөһимлеген белдереп, Өфө йылға транспорты үҫеше программаһын әҙерләргә тигән күрһәтмә бирҙе төбәк етәксеһе.
Хөкүмәткә республикалағы ҙур предприятиелар етәкселәре менән осрашып, һыу транспортын файҙаланыуҙы киңәйтеү мәсьәләһе буйынса эшлекле осрашыуҙар уҙғарырға, Башҡортостан йылға пароходлығы санацияһы сараларын әҙерләргә ҡушылды.
Республикала йылға флотын тергеҙеү "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын бойомға ашырыуға ла йоғонто яһаясаҡ, сөнки тауыр ташыу күпкә еңеләйәсәк.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.