Башҡортостанда ҡар яуасаҡ һәм томан буласаҡ
Башҡортостан гидрометеорология үҙәге республикала йәшәүселәрҙе һауа шарттарының боҙолоуы тураһында иҫкәртә.
Бөгөн республикаға иртән боҙлауыҡ һәм томан булды. Шулай уҡ ҡар ҡатыш ямғыр һәм көньяҡ-көнбайыштан уртаса тиҙлектәге ел вәғәҙә итәләр, көндөҙ һауа температураһы +1 градусҡа етәсәк.
Ә дүшәмбе, 20 ғинуар, бер аҙ ҡар яуасаҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ. Көньяҡ-көнбайыш еленә уртаса тиҙлектәге көнбайыштан ел дә ҡушыласаҡ. Төнөн бер аҙ һыуыта: -2,-7 градус (аяҙытҡанда -15-кә тиклем), ә көндөҙ 0-дән -5-кә тиклем.
21 ғинуарҙа (шишәмбе) синоптиктар һауа торошоноң әллә ни үҙгәрмәйәсәген хәбәр итә. Тик бер аҙ һыуыта: төнөн -3, -8, айырым райондарҙа -15, көндөҙ яҡынса -1, -6 градус.
Тик юлдарҙа хәлдәр ҡатмарлаша, сөнки ҡар яуыуы, һырынты, көрт, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
https://bash.news/ материалдары буйынса.