Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 11:35

Яңы үҙәктә - тәүге операциялар

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Белорет район үҙәк дауаханаһы базаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге төҙөлдө.

Яңы үҙәктә - тәүге операциялар
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Белорет район үҙәк дауаханаһы базаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге төҙөлдө.
Республиканың иң алыҫ райондары пациенттарына – Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Межгорье халҡына хәҙер инде Өфөгә юлланаһы түгел, был үҙәктә юғары квалификациялы медицина ярҙамын аласаҡтар. Бында йылына 600-гә яҡын дауалау һәм диагностика процедураларын үткәреү планлаштырыла.
Үҙәкте асҡандан һуң “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған яңы ангиограф комплексында өс операция үткәрелгән. Күптәнән йөрәк ишемияһы менән сирләгән тәүге пациентҡа – 67 йәш. Был операция уңышлы үткән.
Белорет табиптарына тәүге операцияларҙы яһауҙа республика кардиология үҙәге бүлексәһе мөдире Игорь Бузаев, табип Эльфир Мостафин, табип-кардиолог Азат Баһауетдинов ярҙам иткән. Улар бер нисә көн буйына Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенең белгестәренә практик ярҙам күрһәтәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Республика матбуғаты материалдары буйынса Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: