Денис Мантуров отставкаға китте
Шихандарҙы «Сода» компанияһына эшкәртеүгә бирергә тәҡдим иткән министрҙы Путин отставкаға ебәрҙе.
Йыл ярым элек Санкт-Петербургта үткән иҡтисади форумда республиканың тәбиғәт һәйкәле булған Шихандарҙы Башҡорт сода компанияһына бирергә тәҡдим иткән Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров отставкаға китте.
Денис Мантуров иҫәпләүенсә, бүтән ятҡылыҡтар сығанағын эҙләү иҡтисади яҡтан отошло түгел.
— Рәсәй — Башҡорт сода компанияһы сығарған кальцийлы сода менән иң эре тәьмин итеүсе булып тора. Ә компанияға хөкүмәт тарафынан 50–60-сы йылдарҙа эшкәртеүгә бүленгән ятҡылыҡтарҙа сеймал күп ҡалмаған. Улар ҙа ҡасандыр шундай уҡ шихандар ине, - тип белдерә ул форумда Мантуров. — Компания ни тиклем тәрәнерәк ҡаҙый, экологияға шул ҡәҙәр үк зыян килтерә. Шулай булғас, шихандарҙы предприятиеға етештереүгә биреү яҡшы булмаҫмы?
Мантуров һүҙҙәре буйынса, башҡа урындағы ятҡылыҡтарҙы ҡаҙыу, унда юлдар һалыу иҡтисади һөҙөмтәһеҙ буласаҡ. Шулай уҡ министр шихандарға тәбиғәт һәйкәле статусын биреүҙе «конкуренттар тарафынан яһалма ҡаршылыҡ» тыуҙырыу тип баһаланы.
Министрҙар кабинеты 15 ғинуарҙа, президенттың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһенән һуң бер-ике сәғәт үтеү менән, тулы составта Хөкүмәттән китте.
Президент Конституцияға һәм бөгөнгө сәйәси системаға етди үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте. Шул иҫәптән Хөкүмәт башлығын һәм министрҙарҙы раҫлау вәкәләттәрен президенттан Дәүләт думаһына тапшырыу тураһында ла.
(https://ufa1.ru/ яңылыҡтары буйынса).