Ата-әсәләргә өҫтәмә ярҙам вәғәҙә ителде
Балалар өсөн «Путин пособиелары» өс йәштән ете йәшкә тиклем биреләсәк.
Был пособиены килеме йәшәү минимумынан түбән булған ғаиләләр аласаҡ.
3 йәштән 7 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр хөкүмәттән өҫтәмә ярҙам аласаҡ. Был турала Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәтнамә менән сығыш яһағанда белдерҙе. Пособие килемдәре бер ғаилә ағзаһына йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләргә биреләсәк. Түләүҙәр 1 ғинуарҙан ғәмәлгә ингән тип һанала. Әлегә ул йәшәү минимумының яртыһын, йәғни биш мең ярым тәшкил итә. Киләһе йылдан 11 меңгә тиклем күтәрелергә мөмкин.
— Быйылдан өсөнсө һәм артабанғы балалар өсөн РФ-ның 75 субъектында түләүҙәр башланды. Былар – һиҙелерлек ярҙам. ах Федерации. Тик балаға 3 йәш тулғас, пособиелар туҡтатыла. Ғаиләләрҙең ҡатмарлы хәлдә ҡалыуы бар, - тип аңлатты Владимир Путин бындай ярҙам төрөн.
Президент түләүҙәрҙе тәғәйенләү процедураһын мөмкин тиклем ябайлаштырырға ҡушты. Пособиены алыу өсөн тик рәсми һәм легаль килемдәрҙе генә күрһәтергә кәрәк буласаҡ.
Был Владимир Путиндың 16-сы мөрәжәғәтнамәһе. Уның менән таныштырыу «Манеж» үҙәк күргәҙмә залында үтте. Төбәктәрҙең башлыҡтары, урындағы парламент етәкселәре, Федерация советы сенаторҙары, Дәүләт думаһы депутаттары һәм министрҙары, төрлө конфессиялар башлыҡтары, һ.б. рәсми кешеләрҙән барлығы 1300 кеше саҡырылғайны.