Төҙөлөшкә рөхсәт алыу хәҙер уңайлы
Хәҙер Башҡортостан халҡы төҙөлөшкә рөхсәтте электрон форматта алыу мөмкинлегенә эйә. Был "Рәсәйҙең һанлы иҡтисад" милли проекты бурыстарына ярашлы бойомға ашырыла.
Республиканың 47 районында эштәр ошо рәүешле башҡарыла ла инде. Улар был форматтың бик уңайлы булыуын билдәләй.
Электрон документтар менән эш итеү – бөгөнгө көн бизнесын алыу барыуҙың һәм инвестиция йәлеп итеүҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Бындай мөрәжәғәттәр буйынса заявкалар тиҙ арала ҡарала һәм күп осраҡта ыңғай яуап ала. 2021 йылға төҙөлөшкә рөхсәт алыуҙың электрон төрө 70 процентҡа етергә тейеш.
“Рәсәйҙә һанлы иҡтисад” милли программаһы үҙ эсенә алты федераль проектты ала: “Һанлы мөхитте норматив көйләү”, "Мәғлүмәти инфраструктура”, “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар”, “Мәғлүмәти хәүефһеҙлек”, “Һанлы технологиялар”, “Һанлы дәүләт идараһы”.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.