Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 12:20

Робот-хирург ярҙамға килә

Үткән йылда республиканың медицина тармағы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе.

Робот-хирург ярҙамға килә
Үткән йылда республиканың медицина тармағы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы башҡарылған эштәр арҡаһында технологиялар, аппараттар, компьютерҙар табиптарға ярҙамға килде.
Шулай уҡ табиптар һаны артты, поликлиникаларҙа сират кәмене, онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтары аҙая төштө.
БДМУ клиникаһы табип-онкологы Илнур Солтанов әйтеүенсә, сирҙе башланғыс стадияла операция яһап еңеп сығырға мөмкин. Клиникала күп операциялар робот Да Винчи ҡоролмаһында эшләнә. Һәр хирург өсөн робот-хирург ҡорамалында эшләү - оло мәртәбә. Лапароскопияның яңы алымын 3д форматта экран аша күҙәтергә мөмкин.
Яман шеште иртә осорҙа асыҡлаған медицина хеҙмәткәрҙәренә вәғәҙә ителгән биш мең һум күләмендәге премия ла тапшырыла башланы инде. Тәүге звено кадрҙарының квалификацияһын күтәреү, эш шарттарын яҡшыртыу пациенттарға иғтибарлы ҡарашты арттырырға ярҙам итер, тип ышанғы килә.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Фото:Likar.info
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: