Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 12:50

Радий Хәбиров ҡышҡы байрам көндәренә йомғаҡ яһаны

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡышҡы оҙайлы ял көндәренә йомғаҡ яһаны. Уның фекеренсә, төп нәтижә булып янғындарҙың һәм унда һәләк булыусыларҙың кәмеүе тора.

Радий Хәбиров ҡышҡы байрам көндәренә йомғаҡ яһаны
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡышҡы оҙайлы ял көндәренә йомғаҡ яһаны. Уның фекеренсә, төп нәтижә булып янғындарҙың һәм унда һәләк булыусыларҙың кәмеүе тора.
«Һәр «оҙайлы» байрамдарҙа янғын төп бәлә булып торҙо. Ғинуарҙың беренсе көндәрендә йөҙләгән янғында тиҫтәләгән кеше һәләк була, яралана, йортһоҙ тороп ҡала ине... Беҙ инде йыл дауамында был хәүефле күрһәткестәрҙе кәметеү буйынса системалы эш алып барабыҙ. Янғын тураһында иҫкәртеүсе махсус сигналдар ҡуябыҙ, ихаталар буйынса йөрөйбөҙ, хәүеф төркөмөндә тороусылар менән эш алып барабыҙ. Нәтижәләр күренә.
Быйыл янғындар һаны дүрттән бер өлөшкә кәмене, һәләк булыусылар һаны былтырғы менән сағыштырғанда, 80%-ҡа кәмене. Янғындар, эскеселек, юл фажиғәләре менән көрәш күптәргә инде ялҡытҡан күренеш кеүек тойолһа ла, беҙ ошо йүнәлештә ныҡышмалы эшләйәсәкбеҙ. Һәр хәүефле һан артында – яҡташтарыбыҙҙың ғәрипләнгән яҙмышы. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм тағы ла бер тапҡыр һеҙҙе байрамдар менән ҡотлайым!», — тип яҙа ул Facebook социаль селтәрендәге сәхифәһендә.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы йыл башынан республикала 134 янғын булған, унда 4 кеше һәләк булған, 3 кеше төрлө дәрәжәләге йәрәхәт алған.
Байрам көндәрендә янғын сығыуҙың төп сәбәбе булып ут менән һаҡһыҙ мөғәмәлә, электр йыһаздары һәм мейестәр менән дөрөҫ файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу тора.
Читайте нас: