Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 17:15

М.В.Нестеров музейы нисек ойошторолған

М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы — 1919 йылдың 5 ғинуарында, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡаланың революцион комитеты ҡарары нигеҙендә ойошторола һәм бер йылдан һуң, 1920 йылдың 5 ғинуарынан, эшләй башлай.

М.В.Нестеров музейы нисек ойошторолған
М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы — 1919 йылдың 5 ғинуарында, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡаланың революцион комитеты ҡарары нигеҙендә ойошторола һәм бер йылдан һуң, 1920 йылдың 5 ғинуарынан, эшләй башлай.
Ул саҡта Пролетар художество музейы тип атала. Музейға ҡаланың иң матур йорто бүленә, уға учреждениеларҙағы, ҡасҡан байҙар өйҙәрендәге, губерна— музейындағы һынлы сәнғәт әйберҙәре күсерелә. Музейҙы ойоштороу өсөн Мәскәүҙән рәссам һәм архитектор И. Е. Бондаренко саҡырыла. Ул килгәс тә, эшкә урындағы рәссамдарҙы йәлеп итә.
М. В. Нестеров исемендәге Башкорт дәүләт художество музейы
Тиҙҙән Мәскәүҙән күренекле урыҫ рәссамы М. В. Нестеровтың яҡташтарына — Өфө халҡына — бүләк иткән 102 картинанан торған коллекцияһы ҡайтарыла. Революцияға тиклемге урыҫ һынлы сәнғәте мираҫтарынан торған был коллекцияла Репин Илья Ефимович, И. Левитан кеүек бөйөк рәссамдарҙың картиналары ла була.
Музейҙың XIX—XX быуаттағы урыҫ сәнғәте булеге Нестеров бүләге менән генә сикләнмәй. Уны тулыландырыуға Мәскәү һәм Ленинград галереялары һәм музейҙары ҙур ярҙам курһәтә. Улар аша Өфөгә Көнбайыш Европа, шулай ук Япония һәм Ҡытай сәнғәте өлгөләре лә килә. Музей өҙлөкһөҙ тулылана. Башкорт һынлы сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе, халыктың һырлап, биҙәп, сигеп зауыҡ менән эшләгән әйберҙәрен йыйыу буйынса үткәрелгән экспедициялар һөҙөмтәһендә музейҙа бик бай, шул иҫәптән Башҡортостандың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырыусы яңы бүлектәр асыла.
Михаил Васильевич Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы Башҡортостан республикаһының мөһим мәҙәни үҙәктәренең береһе.
(Википедия мәғлүмәттәре буйынса).
Читайте нас: