Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 17:05

М.В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейына - 100 йыл

Дәүләт башлығы В.В.Путин М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллективын 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡотлап телеграмма ебәрҙе

М.В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейына - 100 йыл
Дәүләт башлығы В.В.Путин М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллективын 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡотлап телеграмма ебәрҙе.
"Бер быуатлыҡ юбилей -- һеҙҙең коллективығыҙ өсөн оло байрам, ә Өфө ҡалаһы һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәни тормошонда тантаналы ваҡиға булып тора.
Музейҙы ойоштороуҙың башланғысы бөйөк рәссам, энтузиаст Михаил Васильевич Нестеров исеме менән бәйле. Ул тыуған ҡалаһына үҙенең һәм бик күп талантлы оҫталарҙың уникаль эштәре коллекцияһын бүләк итә. Ошо эштәр - музейҙың бай экспозицияһының нигеҙе ул.
Музей хеҙмәткәрҙәренең йылдар буйы күркәм һөнәри традицияға тоғро ҡалып, юғары компетенциялы эш тәжрибәһенә таянып эшләүе музей сәнғәтен үҙ итеүселәр араһында абруй ҡаҙанған. Ә бындағы фонд йылдан-йыл яңы экспонаттар менән байытыла бара", -- тиелә Владимир Путиндың телеграммаһында.
Ҡотлауҙы тамамлап, дәүләт башлығы музей хеҙмәткәрҙәренең илебеҙҙең үҙенсәлекле художестволы, рухи, тарихи мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән етди һәм мөһим эшмәкәрлегендә уңыштар теләй.
Читайте нас: