Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 17:15

Белегеҙ, инсультты иҫкәртеп була

Табиптар инсульттан һаҡланыу өсөн дүрт төрлө кәңәш бирә.

Белегеҙ, инсультты иҫкәртеп була
Табиптар инсульттан һаҡланыу өсөн дүрт төрлө кәңәш бирә.
Ҡан баҫымын күҙәтеүҙә тотоғоҙ.
40 йәштән өлкәнерәк кешеләр, хәле яҡшы булһа ла, айына бер тапҡыр ҡан баҫымын үлсәргә тейеш. Ғәҙәти күрһәтмәләрҙән тайпылыш була икән, шунда уҡ табипҡа күренергә кәрәк.
Шәкәрҙе сикләгеҙ.
Шәкәр диабеты инсульт ҡурҡынысын 35 процентҡа арттыра икән. Диабет булмаһа ла, мөмкин тиклем кәметергә кәрәк.
Тәмәке тартмағыҙ.
Тәмәке инсульт ҡурҡынысын 15 процентҡа арттыра, башҡа бик күп ауырыуҙарға ла юл аса.
“Демография” милли проектына ярашлы, граждандарҙы сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, дөрөҫ туҡланыу һәм насар ғәҙәттәрҙән арындырыу буйынса ҙур бурыстар билдәләнгән.
Республикабыҙҙа Сәләмәтлек һәм медицина иҫкәртеү үҙәктәре уңышлы эшләп килә. Бынан тыш, киләсәктә йәмәғәтселек сәләмәтлек үҙәктәрен булдырыу ҡарала. Программа бик ҙур һәм оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән.
Мәҫәлән, телевидениела белгестәрҙең сығыштарын ойоштороу, социаль видеороликтар күрһәтеү, банкерҙар, социаль рекламалар тап ошо маҡсатта файҙаланыла.
Фото: beresta.by
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне.
Читайте нас: