Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 15:25

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө урамдары ремонтланасаҡ

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған акция буйынса Өфөлә атамаһы Еңеү көнөнә бәйле булған урамдар һәм юлдарҙы ремонтлаясаҡтар. Ремонтты Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарасаҡтар.

Өфөлә Бөйөк Еңеү көнөнә арнап йәки һуғышта ҡатнашҡан геройҙар исеме менән 22 урам иҫәпләнә. Ҡала хакимиәте башлығы сайтында юбилей йылы дауамында ремонтланасаҡ урамдар исемлеге баҫылған.
Мәҫәлән, Революция урамынан Достоевский урамына тиклем, Чернышевский урамынан Воровский урамына тиклемге участкалар яңыртыласаҡ. Өфө шоссеһынан алып Маршал Жуков урамына тиклемге юлды ла үҙгәреш көтә. Мостай Кәрим урамындағы ремонт та мотлаҡ дауам итәсәк (Чернышевский урамынан алып Достоевский урамына тиклем).
фото: bash.news
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне
Читайте нас: