Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 14:30

Ғаиләләргә пособие арттырылды

Йыл һайын реслубликабыҙҙа күп балалы, ярҙамға мохтаж ғаиләләргә социаль яҡлау саралары арттырыла. Был “Демография” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Ғаиләләргә пособие арттырылды
Йыл һайын реслубликабыҙҙа күп балалы, ярҙамға мохтаж ғаиләләргә социаль яҡлау саралары арттырыла. Был “Демография” милли проектына ярашлы башҡарыла.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл “Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына ярашлы үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Закон ғәмәлгә инде.
Балаларҙы тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә билдәләнгән пособие күләме арттырылды. Законды тормошҡа ашырыу өсөн төбәк бюджетына 68 миллион һумдан ашыу аҡса һалынды. Айлыҡ пособиеның иң юғары күләме бөгөн – 11 мең 699 һум. Бер балаға иҫәпләнгән минималь пособие күләме – 6 мең 604 һум.
Беҙҙең республикала пособиелар даими индексациялана. Ул 2018 йылда 16 процентҡа артты. Быйыл ул, үткән йылдағы кеүек, дүрт процентҡа күберәк буласаҡ. Балаларҙың сәләмәтлек торошона, йәшәү шарттарына ҡарап та пособиеларҙың күләме үҙгәртелеүе мөмкин.
Фото: yandex.ua
Республика матбуғаты материалдары буйынса
Рәүилә БАРДЫБАЕВА әҙерләне
Читайте нас: